‏ Mark 10:13-16

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

(Маҫ 19:13-15; Лк 18:15-17)

13Ҡағылып, Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14Быны күргән Ғайса асыуланды:

– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.
15Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк.

16Ул балаларҙы ҡосаҡланы ла, ҡулдарын ҡуйып, фатихаһын бирҙе.

Copyright information for BakIBT2023