‏ Mark 10:32-34

Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе

(Маҫ 20:17-19; Лк 18:31-33)

32Улар Йәрүсәлимгә китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса, ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә алып китеп, Үҙенең башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы:

33– Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Уны, үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырырҙар. 34Тегеләр Әҙәм Улын мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин өс көндән Ул терелеп торор.

Copyright information for BakIBT2023