Mark 11:12-14
Ғайсаның инжир ағасын ҡарғауы
(Маҫ 21:18-22)
12Иртәгәһе көндө, Бейт-Әниәнән сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 13Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле. 14Ғайса ағасҡа: – Бынан ары емешеңде мәңге һис кем ашамаһын! – тине. Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.
Copyright information for
BakIBT2023