Mark 12:28-31
Иң мөһим бойороҡ
(Маҫ 22:34-40; Лк 10:25-28)
28Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп: – Бөтә бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны. 29 a– Беренсе бойороҡ, – тип яуапланы Ғайса, – «Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы! 30Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». 31 bӘ икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк бойороҡ юҡ.
Copyright information for
BakIBT2023