‏ Mark 12:35-37

Мәсих кемдең Улы?

(Маҫ 22:41-46; Лк 20:41-44)

35Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны:

– Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә?
36 aИзге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк:

«Раббы Хакимыма әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“», –

тигән бит.
37Дауыт үҙе Мәсихте Хакимым тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек Дауыттың Улы була ала?

Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү

(Маҫ 23:1-7; Лк 11:43-46; 20:45-47)

Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.

Copyright information for BakIBT2023