Mark 12:41-44
Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы
(Лк 21:1-4)
41Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ аҡса (бер кодрант ▼▼ Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған.
) һалды. 43Ғайса, шәкерттәрен саҡырып, уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. 44Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023