‏ Mark 13:32-37

32Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 33Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «…уяу булығыҙ һәм доға ҡылығыҙ» тиелгән.
! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ.
34Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. 35Шуға күрә, уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кисме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. 36Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! 37Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!

Copyright information for BakIBT2023