‏ Mark 14:1-2

Бейт-Әниәлә Ғайсаға май һөртөү

(Маҫ 26:2-5; Лк 22:1-2; Ях 11:45-53)

1 aИке көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. 2«Тик быны байрам ваҡытында эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тине улар.

Copyright information for BakIBT2023