Mark 14:26-31
26Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде. 27 a– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен,шунда һарыҡтар таралышып бөтөр», –
тип яҙылған. 28Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине Ғайса. 29– Бөтәһе лә Һине ташлаһа ла, мин ташламаясаҡмын! – тине Петрус. 30– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса. 31Ләкин Петрус үҙ һүҙендә ныҡ тороп: – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Copyright information for
BakIBT2023