‏ Mark 14:3-9

3Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард
Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек.
майы һалынған алебастр
Алебастр – көршәк яһауҙа ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш.
һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
4Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә:

– Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә?
5Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы.

6– Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 7 cФәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам. 8Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. 9Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.

Copyright information for BakIBT2023