Mark 15:42-47
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
(Маҫ 27:57-61; Лк 23:50-56; Ях 19:38-42)
42– 43Байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе көнө алды ине. Кис етеп килгәндә Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилатос янына баҙнат итеп инеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. 44Пилатос Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙ башын саҡырып: – Күптән үлдеме? – тип һораны. 45Йөҙ башы быны раҫлағас, Пилатос Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте. 46Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяла өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы. 47Ә магдалалы Мәрйәм менән Йосестың әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.
Copyright information for
BakIBT2023