Mark 2:14-17
14Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфай улы Левиҙе күреп: – Миңә эйәр! – тине. Леви, тороп, Уның артынан эйәрҙе. 15Бынан һуң, Ғайса Левиҙең өйөндә табында ултырған саҡта, Ғайса һәм Уның шәкерттәре эргәһендә күп кенә һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күмәкләп Ғайсаға эйәреп йөрөй ине. 16Фарисейҙарға ▼▼ Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө.
ҡараған ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырғанын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табында ашай ала? – тинеләр. 17Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023