Mark 2:23-28
23 aБер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡ өҙә башланы. 24Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны. 25 bҒайса уларҙан: – Мохтаж сағында, үҙе һәм уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡығанығыҙ юҡмы ни? – тип һораны. – 26Әвйәҫәр баш ҡаһин булған заманда ул Алла йортона ингән. Ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй торған, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, юлдаштарына ла биргән. 27Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. – 28Шуға күрә Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң дә хужаһы.
Copyright information for
BakIBT2023