Mark 3:1-6
Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 12:9-14; Лк 6:6-11)
1Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. 2Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. 3Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине. 4Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне. 5Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты. 6Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.
Copyright information for
BakIBT2023