‏ Mark 3:15-19

15Уларға шулай уҡ ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. 16Бына Ғайса тәғәйенләгән ун ике шәкерт: Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, 17Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Боанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, 18Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон
Көрәшсе Шимғон – был исем Шимғондың Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшкән йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы икәнлегенә ишара булыуы ихтимал.
19һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот.

Copyright information for BakIBT2023