Mark 3:22-27
22Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул ▼▼ Бәғел-Зевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. Бәғел-Зевул Ҡәнғән халыҡтарының илаһы булған. Уны яуыз рухтар башлығы тип һанағандар (ҡарағыҙ: «ІV Батшалар», 1:2).
бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр. 23Ғайса уларҙы Үҙенең янына саҡырып алды ла кинәйәле һүҙҙәр менән ошоларҙы һөйләне: – Нисек итеп Иблис Иблисте ҡыуып сығарһын? 24Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай, 25эсендә дошманлыҡ булған ғаилә лә тарҡалыр. 26Үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышып, Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, уның ахыры тиҙ етер. 27Һис кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына өйөн талай алыр.
Copyright information for
BakIBT2023