Mark 3:31-35
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
(Маҫ 12:46-50; Лк 8:19-21)
31Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. 32Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар: – Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һеңлеләрең» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
көтә, – тинеләр. 33– Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. 34Шунан эргә-тирәһендә ултырғандарға ҡарап былай тине: – Бына былар – Минең әсәйем менән туғандарым! 35Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.
Copyright information for
BakIBT2023