Mark 3:7-12
7Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан бик күп кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән, 8Йәрүсәлимдән, Идумаянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килгәйне. 9Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡалмаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. 10Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. 11Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы. 12Әммә Ғайса уларға ҡәтғи рәүештә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты.
Copyright information for
BakIBT2023