Mark 4:35-41
Ғайсаның дауылды туҡтатыуы
(Маҫ 8:18, 23-27; Лк 8:22-25)
35Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине. 36Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. 37Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде, һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. 38Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр. 39Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты. 40– Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса. 41Шәкерттәр иһә, бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.
Copyright information for
BakIBT2023