‏ Mark 6:1-6

Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы

(Маҫ 13:54-58; Лк 4:16-30)

1Ғайса, унан киткәс, Үҙенең ҡалаһына ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. 2Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы.

– Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: –
3Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.

4– Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине Ғайса уларға.

5Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. 6Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе.

Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе

(Маҫ 10:1, 9-14; Лк 9:1-6)

Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө.
Copyright information for BakIBT2023