Mark 6:45-51
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
(Маҫ 14:22-33; Ях 6:16-21)
45Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 46Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде. 47Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә ▼▼ Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы.
күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49шәкерттәре, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50Уны күреп, барыһының да ҡото алынды. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде.
Copyright information for
BakIBT2023