‏ Mark 6:7-13

7Ул ун ике шәкертен янына саҡырып алды ла, уларға яуыз рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. 8Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. 9Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте, ә алмаш күлдәк алмаҫҡа ҡушты.

10– Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ ҙа, киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – 11Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ
Йәһүдтәр, үҙҙәренә бер бысраҡ та эйәреп ҡайтмаһын өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып һанала, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.
.

12Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр, 13күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.

Copyright information for BakIBT2023