Mark 7:24-30
Мәжүси ҡатындың ышанысы
(Маҫ 15:21-28)
24Бынан ары Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Унда бер өйгә инде. Килеүе хаҡында бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. 25Бәләкәс ҡыҙының эсенә яуыз рух эйәләшкән бер ҡатын Ғайса тураһында ишетеп ҡалды ла килеп аяғына йығылды. 26Тыумышы менән Сүриә Фойникәһенән булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын ялбарҙы. 27– Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине уға Ғайса. – Икмәкте балаларҙан алып көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел. 28– Әфәндем, – тине ҡатын. – Көсөктәр ҙә бит өҫтәл аҫтында балалар ҡойған валсыҡтарҙы ашай. 29– Бына шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты. 30Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде.
Copyright information for
BakIBT2023