‏ Mark 9:38-40

«Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы»

(Маҫ 10:42; 18:8-9; Лк 9:49-50; 17:1-2)

38– Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ.

39Ғайса былай яуап бирҙе:

– Тыймағыҙ уны. Минең исемем менән мөғжизәле эш ҡыла алған кеше Минең хаҡта яман һүҙ һөйләмәҫ.
40Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы.
Copyright information for BakIBT2023