‏ Mark 9:43-48

43 44Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡуллы булып йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ килеш инеүең хәйерлерәк
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 44-се, 46-сы аяттар ҙа бар: «Унда ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй».
.
45 46Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике аяҡлы булып йәһәннәмгә ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк
43-сө аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.
.
47 cӘгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеүең хәйерлерәк. 48Йәһәннәмдә кешеләрҙе кимереүсе ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй.
Copyright information for BakIBT2023