Matthew 10:28-33
28Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ! 29Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә ▼▼ Бер баҡыр тәңкә – грек телендә «бер ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы).
һатыла түгелме ни? Ләкин Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа уларҙың береһе лә ергә ҡолап төшмәҫ. 30Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. 31Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ. Мәсихте ҡабул итеү
(Лк 12:51-53; 14:26-27; 17:33)
32Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә күктәге Атам алдында ҡабул итермен. 33Ә инде кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Мин дә күктәге Атам алдында унан ваз кисермен.
Copyright information for
BakIBT2023