Matthew 12:46-50
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
(Мрк 3:31-35; Лк 8:19-21)
46Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. 47Кемдер берәү Ғайсаға: – Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине. 48Ғайса был кешенән: – Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла 49ҡулы менән шәкерттәренә күрһәтте: – Бына Минең әсәйем менән туғандарым! 50Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.
Copyright information for
BakIBT2023