‏ Matthew 12:9-14

Ҡулы ҡороған кеше

(Мрк 3:1-6; Лк 6:6-11)

9Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. 10Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп:

– Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.

11– Әгәр берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы булһа, шул һарыҡ шәмбе көндө соҡорға төшөп китһә, ул уны сығармаҫ инеме? – тине Ғайса. – 12Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә.

13Шунан Ул ауырыуға:

– Ҡулыңды һуҙ! – тине.

Уныһы ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды.
14Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.

Copyright information for BakIBT2023