‏ Matthew 13:54-58

54Ул Үҙенең ҡалаһына ҡайтҡас, кешеләргә ғибәҙәтханаларҙа аң-белем бирҙе. Тыңлаусылар таң ҡалып:

– Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тине. –
55Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа? 56Уның бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? Шулай булғас, бының барыһы Уға ҡайҙан килгән?

57Шулай тип, Уны инҡар иттеләр. Ғайса уларға:

– Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине.

58Кешеләрҙең ышанмауы арҡаһында, Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.

Copyright information for BakIBT2023