Matthew 15:29-31
Дүрт мең кешене туйҙырыу
(Мрк 8:1-10)
29Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы. 30Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 31Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы.
Copyright information for
BakIBT2023