‏ Matthew 16:1-4

Ғайсанан илаһи билдә күрһәтеүен талап итеүҙәре

(Мрк 8:11-13; Лк 12:54-56)

1Ғайса янына фарисейҙар менән саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.

2Ә Ул:

– Кис көнө һеҙ: «Аяҙ булыр, күк йөҙө ҡыҙыл», – тиһегеҙ.
3Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ. 4 aБыл замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы.

Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.

Copyright information for BakIBT2023