‏ Matthew 16:13-16

Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

(Мрк 8:27-30; Лк 9:18-21)

13Филиппус Ҡайсареяһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән:

– Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.

14– Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йермеяһ йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре.

15– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?

16– Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус.

Copyright information for BakIBT2023