‏ Matthew 16:21-23

Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе

(Мрк 8:31–9:1; Лк 9:22-27)

21Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.

22Петрус иһә Уны ситкәрәк алып китеп:

– Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хакимым! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен! – тип ҡаршы төштө.

23Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп:

– Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.

Copyright information for BakIBT2023