‏ Matthew 18:12-14

12Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме? 13Уны табып алһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. 14Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.

Copyright information for BakIBT2023