Matthew 18:8-9
8Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк. 9Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле инеүең хәйерлерәк.
Copyright information for
BakIBT2023