Matthew 19:13-15
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
(Мрк 10:13-16; Лк 18:15-17)
13Шунан һуң Ғайса янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы, – тине. 15Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәндән һуң Үҙ юлына китте.
Copyright information for
BakIBT2023