Matthew 20:17-19
Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
(Мрк 10:32-34; Лк 18:31-33)
17Йәрүсәлимгә барышлай Ғайса, ун ике шәкертен ситкә алып китеп, уларҙың үҙҙәренә генә былай тине: 18– Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк, 19мыҫҡыллау, ҡамсылау һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор.
Copyright information for
BakIBT2023