Matthew 20:29-34
Ике һуҡырҙы һауыҡтырыу
(Мрк 10:46-52; Лк 18:35-43)
29Ғайса шәкерттәре менән Йерихо ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. 30Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барғанын ишетеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырҙылар. 31Халыҡ, уларҙы әрләп, тыйырға тырышты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡабатланы. 32Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны. 33– Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар. 34Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр.
Copyright information for
BakIBT2023