‏ Matthew 21:12-13

Алла йортон таҙартыу

(Мрк 11:15-19; Лк 19:45-47; Ях 2:13-16)

12Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 13 a bҒайса уларға:

– Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.

Copyright information for BakIBT2023