‏ Matthew 21:23-27

Ғайсаның вәкәләте хаҡында һорау

(Мрк 11:27-33; Лк 20:1-8)

23Ғайса Алла йортона инеп аң-белем биргәндә, янына баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. Улар:

– Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.

24– Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 25Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы ҡайҙан бирелгән? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме?

Тегеләр үҙ-ара:

– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.
26«Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.

27Шуға күрә Ғайсаға:

– Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.

– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023