Matthew 26:14-16
Йәһүҙәнең хыянаты
(Мрк 14:10-11; Лк 22:3-6)
14Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш ҡаһиндар янына барып: 15 a– Әгәр һеҙгә Ғайсаны тотторһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар Йәһүҙәгә утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. 16Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны ҡаһиндар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.
Copyright information for
BakIBT2023