‏ Matthew 26:17-19

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

(Мрк 14:12-25; Лк 22:7-23; 1 Кор 11:23-25)

17 aСөсө икмәк байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп:

– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.

18Ғайса уларға:

– Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.

19Шәкерттәре, Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне.

Copyright information for BakIBT2023