Matthew 3:13-17
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы
(Мрк 1:9-11; Лк 3:21-22; Ях 1:32-34)
13Шул мәлдә, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылырға тип, Ғайса Галилеянан Иордан йылғаһына килде. 14Яхъя: – Һыуға мине Һин Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты. 15– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды. 16Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күк ҡабағы асылып китте лә Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшкәнен күрҙе. 17 aКүктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.
Copyright information for
BakIBT2023