‏ Matthew 4:12-17

Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы

(Мрк 1:14-15; Лк 4:14-15)

12Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды. 13Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты. 14Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

15 a«Эй Зевулун ере, Нафтали ере,
диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр!
Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!
16Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе.
Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».

17Шул ваҡыттан алып Ғайса:

– Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.

Copyright information for BakIBT2023