‏ Matthew 7:7-11

«Һорағыҙ, эҙләгеҙ, шаҡығыҙ»

(Лк 11:9-13; 6:31)

7Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар. 8Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 9Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор? 10Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер? 11Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.

Copyright information for BakIBT2023