Matthew 8:14-16
Ғайсаның күптәрҙе һауыҡтырыуы
(Мрк 1:29-34; Лк 4:38-41)
14Ғайса, Петрустың өйөнә килгәс, уның ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. 15Ғайса уның ҡулына тейеү менән, тәненең яныуы туҡтаны. Ҡатын, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы. 16Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023