Matthew 9:14-17
Ураҙа хаҡында һорау
(Мрк 2:18-22; Лк 5:33-39)
14Шунан һуң Яхъяның шәкерттәре килеп Ғайсанан: – Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай? – тип һораны. 15Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ. 16Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул ямаулыҡ, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 17Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр.
Copyright information for
BakIBT2023