‏ Matthew 9:2-8

2Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:

– Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

3Шунда ҡайһы бер ҡанун белгестәре эстән генә: «Был Кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы. 4Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса:

– Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны.
5– Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме? 6Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Шунан Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!

7Теге торҙо ла ҡайтып китте. 8Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.

Copyright information for BakIBT2023