Matthew 9:9-13
Ғайсаның Маҫҫайосты саҡырыуы
(Мрк 2:14-17; Лк 5:27-32)
9Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе. 10Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар. 11Быны күргән фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һораны. 12Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. 13 aБарығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023