‏ Nehemiah 1

Нөхәмияһтың доғаһы

1Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре.

Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем.
2Шул ваҡытта туғандарымдың береһе Ханани менән Йәһүҙәнән бер нисә кеше килде. Мин уларҙан әсирлектән ҡотолоп иҫән ҡалған йәһүдтәрҙең хәлен белештем, Йәрүсәлим тураһында һораштым. 3Улар былай тине:

– Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.

4Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.

5– Эй Раббым, Күк Аллаһы, Үҙеңде яратҡан һәм бойороҡтарыңды тотҡан кешеләргә рәхимеңде һалыусы һәм килешеү шарттарын һаҡлаусы бөйөк вә дәһшәтле Алла! – тинем мин. – 6Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә. 7Беҙ Һинең алдыңда енәйәт ҡылдыҡ, Һин ҡолоң Муса аша еткергән бойороҡтарың, ҡағиҙәләрең һәм ҡанундарыңды тотманыҡ. 8Әммә Мусаға, үҙеңдең ҡолоңа, әйткән һүҙеңде иҫеңә төшөр: «Әгәр ҙә һеҙ Миңә тоғро булмаһағыҙ, Мин һеҙҙе төрлө халыҡтар араһына сәсермен; 9ә инде Миңә кире ҡайтып, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, күктең арғы яғына ҡыуылған булһағыҙ ҙа, унан йыйып алып, исемем төйәк итһен өсөн Үҙем һайлаған урынға алып килермен», – тигәйнең. 10Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың. 11Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым.

Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.

Copyright information for BakIBT2023